1. Жизнь школы
  2. Объявления
  3. Дистационное обучение

Дистационное обучение

13.04.2020 Просмотров: 14

Ата-әсәләр иғтибарына!

Дистанцион уҡыуға бәйле  килеп тыуған ҡайһы-бер һорауҙарға аңлатмалар.

Дистанцион дәрестәр 6 апрелдә башланасаҡ.  Дәрестәр көн һайын иртәнге сәғ.10:00 башлана. Республикабыҙҙың күренекле шәхестәре биш минутлыҡ дәрес үткәргәндән һуң (БСТ, Россия 24, Вся Уфа каналдарынан ҡарарға була), ҡәҙимге дәрестәр теҙмәһенә ярашлы дәрестәр башлана.

  1. Дежур төркөм (башланғыс класс уҡыусылары өсөн)

Бөтә уҡыусыларҙың да ата-әсәләре өйҙә булыу сәбәпле, башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптә дежур төркөм ойоштороуҙы кәрәк тип тапманыҡ

  1. Онлайн-дәрестәр.

Онлайн-дәрестәр үткәреү өсөн укытыусыға һәм уҡыусыларға компьютер йә ноутбук, веб-камера һәм микрофон кәрәк була. Интернеттың тиҙлеге лә шәп булыуы мотлаҡ. Аңлауығыҙса, был төр беҙҙең ауыл шарттарына тура килмәй. Интернеттың тиҙлеге яй, бөтә уҡыусылар ҙа был төр өсөн ҡулайламалар менән тәьмин ителмәгәндәр.

  1. Электрон кейс.

 Был яй тиҙлек менән эшләгән интернетлы уҡыусылар өсөн. Улар дәресте төркөм чатында асылған электрон почта (смс-хәбәр) аша аласаҡ. Чаттарҙы уҡытыусылар уҡыусыларҙың мөмкинселектәренән сығып, һәр уҡыусыны күҙ уңында тотоп, Бәйләнештә сәхифәһендә йә булмаһа Ватсап аша төҙөй алалар. Уҡыусы һәм уҡытыусы араһында бәйләнеш булырлыҡ мөмкинселекте ҡулланыу мөһим.

  1. Ҡағыҙ кейс.

Өйҙә интернетҡа тоташыу мөмкинлеге булмаған осраҡта дәрестәр ҡағыҙ кейс ярҙамында уҙғарыласаҡ. Йәғни дежур уҡытыусы эштәрҙе таратып сығасаҡ. Билдәләнгән көндәрҙә йыйып аласаҡ. Был осраҡта уҡыусы менән уҡытыусы араһында тура бәйләнеш булырға тейеш түгел (гигиена талаптарына ярашлы).

    Күреүегеҙсә, беҙҙең мәктәп уҡыусылары өсөн дистанцион уҡытыуҙың өсөнсө төрө уңайлы. Бөгөнгө көндә бөтә уҡытыусылар ҙа кластар менән, фәндәре буйынса чаттар төҙөгәндәр.

    Дистанцион уҡытыуҙың икенсе төрөн ҡулланыу өҫтөндәлә эшләйбеҙ.


    Был һынауҙа ата-әсәләргә сабырлыҡ, балаларына дистанцион уҡыуға шарттар булдырыуҙарын, уҡыуҙарына ярҙам итеүҙәрен, уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын теләйбеҙ.

    Дистанцион уҡытыуға күсеү бөтә район, республика уҡытыусылары өсөн яңылыҡ. Шуға күрә, ата-әсәләр, класс етәкселәре һәм уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булып, эште бергә, бер-беребеҙҙе аңлап ойошторайыҡ.

 

Килеп сыҡҡан һорауҙарҙы, тәҡдимдәрҙе бергәләп хәл итербеҙ.

 

Уҡытыу эштәре буйынса яуаплы Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы (тел.89279608446)